Цветовая схема: C C C C
Размер шрифта: A A A
Изображения:
  • 453684, Республика Башкортостан, Зилаирский район, с.Юлдыбаево, ул. Кооперативная, д. 42
  • (34752)-2-74-50
  • school11@roo-zilair.ru

Новости

Башҡорт теле семинары

4 Декабря 2018 08:12

Количество просмотров: 85

28 ноябрҙә Юлдыбай мәктәбендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тормошҡа ашырыу» темаһына Йылайыр районы башҡорт теле һәм уҡытыусыларының семинары булып үтте.

Сара килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу менән башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Кашкарова Фирҙәүес Абдулхаҡ ҡыҙы 6-сы класта башҡорт теленән "Сифат. Матур ғаилә- ил ҡото", Кинйәбаева Земфира Марат ҡыҙы 5-се класта "Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр." темаһына асыҡ дәрестәр үткәрҙе.

Шулай уҡ туған тел уҡытыусылары "Бала тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының роле" темаһына кластан тыш сара ҡаранылар.

Район мәғариф бүлеге методисы Алһыу Салауат ҡыҙы Амакасова  һәм уҡытыусылар асыҡ саралар буйынса үҙ фекерҙәрен еткерҙе, дәрестәрҙе юғары баһаланы. "ЯКЛАСС" электрон белем биреү  порталын ҡулланыу бик отошло иканен билдәләнеләр. Туған тел уҡытыусылары өсөн семинар бик фәһемле булды.